close

Вход

Забыли?

вход по аккаунту

код для вставкиСкачать
МИНИСТЕРСТВО ОБРАЗОВАНИЯ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН
ГБПОУ Уфимский профессиональный колледж
Имени Героя Советского Союза Султана Бикеева г. Уфа Республика Башкортостан
УТВЕРЖДЕНО
РАССМОТРЕНО
методсоветом
методической комиссией
Протокол № ______
Протокол № _______
от « _____» __________ 2014 г.
от « _____» __________ 2014 г.
МЕТОДИЧЕСКАЯ РАЗРАБОТКА
открытого урока
по предмету «башкирский язык»
на тему: «Ҡылым. Бойороҡ һөйкәлеше.
(Глагол. Повелительное наклонение)»
Разработала:
Н. Р. Хабибуллина, преподаватель
башкирского языка
2014
Һаумыһығыҙ, хөрмәтле уҡыусылар! Кәйефтәрегеҙ нисек?
Здравствуйте, уважаемые обучающиеся! Как ваше настроение?
Ярай, яҡшы, ултырығыҙ.
Ладно, хорошо, садитесь.
Кем бөгөн класста дежур?
Кто сегодня дежурный в классе?
Кемдәр бөгөн дәрестә юҡ?
Кого сегодня нет на уроке?
Ярай, ултыр.
Ладно, садись.
Уҡыусылар, быйылғы 2015 йыл беҙҙең республикала президент
указы менән әҙәбиәт йылы тип ҡабул ителде.
2015 год Указом президента объявлен годом литературы.
Шуға ла һеҙҙе әҙәбиәт йылы менән тәбрикләп, Мәжит Ғафуриҙың
бөгөн беҙ дәрестә тикшерәсәк «Гөлдәр баҡсаһында» тип аталған
шиғырын һөйләп ишеттерергә теләйем.
Я вас с этим поздравляю и хочу рассказать стихотворение
Мажита Гафури «В цветнике», которое мы с вами рассмотрим сегодня
на уроке.
МӘЖИТ ҒАФУРИ
“ГӨЛДӘР БАҠСАҺЫНДА”
Бер көн шулай, гөлдәр баҡсаһында
Сәскәләрҙе ҡылдым тамаша.
Хуш еҫтәре менән йән шатлана,
Нурҙарынан күҙҙәр ҡамаша.
Нәфис төҫтәренә, буйҙарына
Хайран ҡалып, ҡыҙығып ҡараным,
-Әй, сәскәләр, һеҙгә кемдәр дуҫтар?
Кемдәр дошмандар? – тип һораным.
Гүйә, улар шунда йәнләнделәр,
Нурҙар сәсеп, ем-ем көлдөләр.
Әкрен генә иҫкән ел арҡылы
Миңә былай яуап бирҙеләр:
“Кемдәр эшләй, кемдәр ерҙәр ҡаҙый,
Кемдәр беҙгә һыуҙар һибәләр,
Кемдәр сәскә кеүек саф күңелле, Шулар беҙгә дуҫтар!” – тинеләр.
«Кемдәр ҡара эсле, тар күңелле,
Кемдәр сын эшкә ҡул бирмәйҙәр,
Кемдәр килеп беҙҙе хаҡһыҙ өҙә, Шулар беҙгә дошман!» - тинеләр.
Сәскәләрҙең ошо яуаптарын
Алғас: «Дөрөҫ», - тинем уларға,
Эшһеҙ кешеләрҙең хаҡтары юҡ
Һеҙҙе түштәрен ҡаҙарға.
Күңелле эш, матур тормош менән
Йыл артынан йылдар ағырҙар...
Эшсән егет менән эшсән ҡыҙҙар
Һеҙҙе түштәренә тағырҙар.
1924
Әйтеп үтеүемсә, һеҙ әле Мәжит Ғафуриҙың шиғырын
тыңланығыҙ.
Как я уже сказала, вы прослушали стихотворение Мажита
Гафури.
Кем ул Мәжит Ғафури? Һеҙ уны беләһегеҙме?
Кто он Мажит Гафури? Знаете ли вы его?
Эйе, Мәжит Ғафури – ул Башҡортостандың халыҡ шағиры,
башҡорт һәм татар әҙәбиәтенең классигы, фольклорсы, драматург.
Быйылғы йылда уның тыуыуына 135 йыл. Һәм шуны ла әйтергә
теләйем: беҙҙең башҡорт дәүләт драма театры Мәжит Ғафури исемен
йөрөтә. Бына театрҙың һүрәте.
Мажит Гафури – народный поэт Башкортостана, классик
башкирской и татарской литературы, фольклорист, драматург. В этом
году 135 – летие со дня рождения Мажита Гафури. Еще хочу сказать,
что наш Башкирский государственный драматический театр носит имя
Мажита Гафури. Вот фотографие театра.
Уҡыусылар, интерактив таҡтаға иғтибар итегеҙ, был эпиграфты
һеҙ нисек аңлайһығыҙ?
Ребята, обратите внимание на интерактивную доску. Как вы
понимаете эпиграф нашего урока?
На интерактивном доске эпиграф: Чем лучше, чем глубже человек
знает язык, тем богаче, глубже и точнее будут выражены его мысли.
Богатство языка – это богатство мыслей. (М. Исаковский).
- Эйе, кеше телде ни ҡәҙәр күбрәк, яҡшыраҡ белһә, уның телмәре лә,
һөйләше лә, йәмғиәттә үҙ – үҙен тотошо ла яҡшыраҡ була.
Чем больше человек знает язык, тем выразительнее будет его
речь, его мысли, воображения, фантазии будут богатыми. Молодцы.
Хәҙер беҙ һеҙҙең менән кескәй генә кроссворд сисеп алайыҡ.
Давайте теперь мы с вами решим маленький кроссворд.
( На интерактивной доске слайды – картины и слова с пропущенными
буквами. Обучающимся надо отгадать эти слова и писать их на доске.
После того, как отгадают все слова, на доске образуется слова –
ҠЫЛЫМ. После этого преподаватель начинает объяснять, что это
является темой нашего сегодняшнего урока).
Уҡыусылар, беҙ бөгөн һеҙҙең менән дәрестә ҡылымдың бойороҡ
һөйкәлешен үтәсәкбеҙ?
Сегодня на уроке мы пройдем тему: Глагол. Повелительное
наклонение.
Дәфтәрҙәребеҙҙе асабыҙ һәм бөгөнгө дата менән теманы яҙып
ҡуябыҙ.
Открываем тетради, записываем сегодняшнее число:
Егерме дүртенсе декабрь.
Ҡылым. Бойороҡ һөйкәлеше.
Исем һәм ҡылымдарҙың һөйләмдә нимә булып килгәндәрен,
ниндәй һорауҙарға яуап биргәндәрен беҙ һеҙҙең менән өйрәнгән инек
инде.
Мы уже проходили темы Имя существительное, Глагол и уже
знаем на какие вопросы они отвечают.
Тимәк, уҡыусылар, ҡылым ул ниндәй һорауға яуап бирә һәм рус
теленә нисек тәржемә ителә?
Как переводится ҡылым на русский язык и на какие вопросы он
отвечает?
Правильно, ҡылым – это глагол. Глагол в предложении отвечает
на вопросы что делать? Что сделать? Тимәк, ҡылым нишләй,
нишләйәсәк, нишләргә, нишлә? һорауҙарына яуап бирә.
Беҙ һеҙҙең менән бөгөн дәрестә бойороҡ һөйкәлешен өйрәнергә,
Мәжит Ғафуриҙың «Гөлдәр баҡсаһында» тип аталған шиғырынан
ҡылымдарҙы табып, бойороҡ һөйкәлешенә әйләндереп яҙырға, был
шиғырҙа төп проблемаларҙы табарға һәм тормош менән бәйләргә
тейешбеҙ.
Задачи нашего сегодняшнего урока: повторить тему глагол и
изучить повелительное наклонение глаголов на основе стихотворения
Мажита Гафури «Гөлдәр баҡсаһында», найти основные проблемы в
этом стихотворении и связать их с жизнью.
Башҡорт телендә ҡылымдың дүрт һөйкәлеше бар. Улар бойороҡ
һөйкәлеше, хәбәр һөйкәлеше, шарт һөйкәлеше, теләк һөйкәлеше. Һәм
беҙ һеҙҙең менән бөгөн дәрестә бойороҡ һөйкәлешендә туҡталасаҡбыҙ.
В башкирском языке имеется четыре наклонения. Сегодня мы с
вами остановимся на повелительном наклонении.
Бойороҡ һөйкәлеше икенсе һәм өсөнсө заттарҙа ғына ҡулланыла
һәм үҙе үк әйтеп тороуынса ул кемгә лә булһа нимәлер эшләргә бойора.
Мәҫәлән: һин уҡы, һин яҙ, ул уҡыһын, ул яҙһын һәм күплектә: һеҙ
уҡығыҙ, һеҙ яҙығыҙ, улар уҡыһындар, улар яҙһындар.
Бойороҡ һөйкәлеше – это у нас повелительное наклонение и оно
используется только во втором и третьем лице.
Хәҙер дәреслектәрҙә 95 – се битте асабыҙ һәм бойороҡ һөйкәлеше
таблицаһын күсереп алабыҙ.
Теперь открываем страницу 95 в учебниках, переписываем от
туда таблицу.
Яҙып бөттөгөҙмө? Ярай, афарин. Хәҙер таҡтаға иғтибар итәбеҙ.
Мәжит Ғафуриҙың «Гөлдәр баҡсаһында» тигән шиғыры. Кем матур
итеп, тасуири уҡып сығырға теләй?
Если дописали, читаем стихотворение Мажита Гафури “В
цветнике”. Кто красиво, с интонацией хочет прочитать?
Хәҙер был шиғырҙың рус телендә булған тәржемәһен уҡып
сығабыҙ.
Теперь перевод этого стихотворения на русский язык. Кто хочет
прочитать?
Был шиғыр нимә тураһында бара? Кемдәр нисек уйлай? Ҡул
күтәрәбеҙ һәм яуап бирәбеҙ.
О чем идет речь в этом стихотворении? Кто как думает?
Поднимаем руки и отвечаем.
Эйе, афарин. Тимәк, Мәжит Ғафури беҙҙе, үҙенең уҡыусыларын,
ниндәй булырға өндәй?
Мажит Гафури призывает нас быть какими в жизни?
Эйе, дөрөҫ, афарин. Ысынлап та, Мәжит Ғафури үҙенең
шиғырында беҙгә иң беренсе сиратта хеҙмәт һәм дуҫлыҡ хаҡында
һөйләй. Кем ул дуҫ? Кем ул дошман? Ул ощо һорауҙарға яуап бирә
һәм, ғомумән, кеше тормошта ниндәй булырға тейеш икәнлеген әйтә.
Да, правильно, молодцы. Действительно, Мажит Гафури в своем
стихотворении рассказывает о дружбе и о труде. Каким должен быть
настоящий друг, Мажит Гафури описывает нам все его качества и
говорит нам, что именно тот человек, который работает, имеет право
жить красиво и так же показывает ответственность дружбы.
Хәҙер әйҙәгеҙ беҙ һеҙҙең менән был шиғырҙа ҡылымдарҙы
табайыҡ. Бында ниндәй ҡылымдар бар? Ҡул күтәреп яуап бирәбеҙ. Кем
бөтә ҡылымдарҙы ла әйтеп бирәм ти? Афарин.
Теперь давайте мы с вами в этом стихотворении найдем глаголы.
Какие глаголы тут имеются? Кто хочет прочитать все глаголы?
Ә хәҙер ҡайһығыҙ был ҡылымдарҙы бойороҡ һөйкәлешенә ҡуйып
уҡып сығырға теләй?
А теперь кто хочет прочитать эти глаголы, поставив их в
повелительное наклонение.
Был шиғырҙа һеҙгә ниндәй яңы һүҙҙәр булды?
Какие новые слова для себя вы обнаружили?
Һүҙлектәребеҙҙе асабыҙ һәм яңы һүҙҙәрҙе яҙабыҙ.
Открываем словари, пишем новые слова.
Хуш – душистый; нур – луч; буй – рост; гүйә – будто; яуап –
ответ; тинеләр – сказали; хаҡ – право; түш – грудь; күңелле –
веселый; эш – работа; тормош – жизнь; гөл – цветок; баҡса – сад;
шатланыу – радоваться.
Яҙып бөтһәгеҙ бындағы ҡылымдарҙы бойороҡ һөйкәлешенә
ҡуйып яҙып алабыҙ. Мин һеҙҙең нисек эшләгәнегеҙҙе ҡарайасаҡмын
һәм дәрес аҙағында баһалар ҡуйасаҡмын.
Если дописали, переписываем глаголы из стихотворения,
поставив их в повелительное наклонение. Я проверю ваши работы и в
конце урока поставлю оценки.
Хәҙер мин һеҙгә һөйләмдәр әйтәсәкмен, һеҙ уларҙы
дәфтәрҙәрегеҙгә яҙырға тейешһегеҙ. Берегеҙ таҡтала эшләйәсәкһегеҙ.
Теперь я буду диктовать вам предложения, а ваша задача –
записать их под диктовку, а также записать, поставив в повелительное
наклонение. Один из вас будет работать на доске.
1. Быйылғы йыл әҙәбиәт йылы тип ҡабул ителде.
2. 2015 йылда Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 135 йыл була.
3. 2014 йылда Мостай Кәримдең тыуыуына 95 йыл булды.
4. «Яҡтыға» трилогияһы авторы Зәйнәб Биишеваға 1990 йылда
халыҡ яҙыусыһы исеме бирелде.
5. Әҙәбиәт йылында башҡорт теле буйынса яңы конкурстар була.
Тағы ла китаптарға иғтибар итәйек. 95 – се бит, 5 – се күнегеү.
Был ҡылымдарҙы бойороҡ һөйкәлешенә ҡуйып, һөйләмдәр төҙөргә.
Давайте еще раз обратим внимание на учебники. Открываем 95
страницу, 5 упражнение. Надо будет поставить глаголы в
повелительное наклонение и составить с ними предложения.
Ярай, уҡыусылар, дәрестә ҡатнашып ултырҙығыҙ, афарин.
Бөгөнгә баһалар: .....
Хорошо, на уроке основная часть участвовала., молодцы. На
сегодня оценки: ...
Өйгә эште таҡтанан күсереп алығыҙ: булһын, килһен, ашаһын,
күтәрһен, ҡараһын, алһын ҡылымдарын ҡулланып 7 – 8 һөйләмдән
торған кесе инша яҙырға. Икенсе дәрестә мотлаҡ тикшерәсәкмен.
Перепишите с доски домашнее задание. Используя глаголы
булһын, килһен, ашаһын, күтәрһен, ҡараһын, алһын, написать мини –
сочинение, состоящий из 7 – 8 предложений. На следующем уроке
обязательно проверю.
Һеҙгә дәрес оҡшанымы?
Понравился ли вам урок?
Бөгөн беҙ һеҙҙең менән дәрестә Мәжит Ғафуриҙың шиғыры
ярҙамында
бойороҡ һөйкәлешен өйрәндек. Һеҙҙең секретарҙар
профессияһы өсөн башҡорт телендә һөйләшә белеү бик тә мөһим.
Шуға күрә лә беҙ был шиғырҙағы төп проблемаларҙы асыҡланыҡ,
башҡортса һөйләмдәр төҙөп яҙҙыҡ.
На сегодняшнем уроке на основе стихотворения Мажита Гафури
мы изучили повелительное наклонение глаголов. У вас профессия –
секретари, поэтом вы должны уметь разговаривать на башкирском
языке. Учитывая все это, мы выяснили сновные проблемы в
стиотворении, составляли предложения на башкирском языке. Очень
важно в жизни понимать настоящую дружбу, ценить ее, получать
удоводствие от труда. На сегодняшнем уроке были затронуты такие
важные жизненные темы.
Бөгөнгө тормошта ысын дуҫлыҡты аңлау, ҡәҙерләү, хеҙмәт менән
ҡәнәғәтләнә белеү бик тә мөһим. Бөгөнгө дәрестә беҙ нәҡ ошо
темаларға ҡағылдыҡ та инде. Үҙегеҙгә файҙа алғанһығыҙҙыр тип
ышанам. Һау булығыҙ!
1/--страниц
Пожаловаться на содержимое документа