close

Вход

Забыли?

вход по аккаунту

код для вставкиСкачать
Һәр кемдең ҡаласаҡ йәдкәре
(М. Өмөтбаев)
Мин Ер шарының иң матур төбәктәренең береһе-Башҡортостанда
йәшәйем.
Бала сағымдан аңма, зиһенемә, булмышыма ошо ерҙең ҡото, даны
һәм даланы һеңгән. Шуға ла мин Башҡортостандың иң лайыҡлы
гражданины тип үҙемде иҫәпләйем. Ә нисек булырға тейеш һуң,
республиканың төп хужаһы?
Әлбиттә, бер-ике һүҙ менән генә аңлатыу мөмкин түгел. Иң ҡулай
ысыулдарҙың береһе- халҡымдың рухи гәүһәрҙәренә мөрәжәжәт
итеү.Уларҙың ижады йылдар, быуаттар һынауын үтеп, беҙҙең
көндөргә килеп еткәндәр.Нисек кенә булмаһын,халҡымдың аҡылы
ла, хис –тойғолары ла ошонда тупланған.Мин Мөхәмәт Сәлим
Өмөтбаевтың « Йәдкәр » китабы менән танышҡас, донъяға
ҡараштарым тағы ла киңәйҙе, иркенәйҙе.
19 быуатта йәшәгән Өмөтбаевтың ижады был осорҙағы башҡорт
культураһы һәм әҙәбиәте тип аталған тауҙар теҙмәһе араһындағы иң
гузәл
һәм
мәғрүр
бейеклектәрҙең
береһен
хасил
итте.Башҡортостанда мәжрифәтселек идеяларының ныҡлап тамыр
йәйеүе дәүеренә тап килгән һәм башҡорт рухи культураһының
эволюцияһы менән ғәжәп тығыҙ бәйләнгән был ижад милли
ижтимағи фекер һәм әҙәбиәт үҫеше тарихындағы ҡатмарлы бер
этаптың
философик,политик,
әхләки-этик
һәм
педагогик
ҡараштарын шаҡтай асып һәм тулы сығылдырҙы.Башҡорт
халҡының үҙ һөйләү телендә яҙма культура туйҙырыу,әҙәби
әҫәрҙәр,ғилми хеҙмәттәр яҙыу юғарылығына тиклемге ауыр тврихи
юлына М.Өмөтбаев төп фигураларҙың береһе булды.
Башҡорт милли культураһы тарихында М.Өмөтбаев үҙ
халҡының тарихи уткөнен,рухи һөм материаль культураһын,телен
фәнни нигеҙҙә өйрәнгән,уны төрлө фәндәр менән таныштырған
ғалим ғына түгел, оригиналь тәржемәсе булараҡ та тәрән эҙ
ҡалдырҙы.Өмөтбаев-ғалим менән Өмөтбаев-әҙип һәр ваҡыт йәнәш
атланы-тип яҙған Ғ.С.Ҡунафин.
Мәғрифәтселек
идеялары
М.Аҡмулланан
М.Өмөтбаев шиғырҙарында баҙыҡ сағылышын
ҡала
тап
тапты,уның
поэзияһының,жанр байлығын һәм алымын билдәләне.Шағирҙың
ижадына
60-сы
йылдарҙағы
рус
мәғрифәтселәренең
эшмәкәрлектәренә хас төп өс сифаттың бөтәһенә лә оҡшаш
һыҙаттарҙы күрергә мөмкин.
М.өмөтбаевтың “Йәдкәр” китабы бер нисә өлөштөн
тора.Унда поэтик өлгөләрҙән башҡа фәнни-популяр, публицистик
яҙмалары бар.Уның шиғырҙарында халҡыбыҙҙың социаль
тормошо,йәшәү рәүеше,мәғрифәтселек идеялары ярылып ята.Автор
«Нәсихәт» «Ишәк тауышы» «Илаған бала» кеүек шиғырҙарында күп
төрлө ҡараштары урын алған.
М.Өмөтбаевтың поэзияһының асылын демократик ерлектә
тамырланған мәғрифәтселек ҡараштары , туған ергә һәм халыҡҡа
тәрәп мөхәббәт хистәре менән һуғарылған шиғырҙары
билдәләй.Уларҙа халыҡ һәм уның реаль тормошо,үткәне һәм
бөгөнгөһө үҙҙәренең сағылышын таба.Уларҙың лирик геройы-туған
халҡының яҙмышы тураһында ҡайғыртып,уның шатлығын да ,
ҡайғыһын да уртаҡлашып йәшәгән кешелекле һәм кеселекле кеше.
Был шиғырҙарында М.Өмөтбаев беренсе сиратта үҙен
Башҡортостандың һәм башҡорт халҡының тарихи,материаль
тураһында һөйләүсе шағир-тарихсы һәм шағир-публицист булараҡ
таныта.
«Урмансы», «Үткән заманда башҡорт ҡыҙҙарының
оҙатылыуы» тигән шиғырҙары ла тарихи-этнографик характерҙағы
әҫәрҙәр.Уларҙың
тәүгеһендә
башҡорт
халҡының
килеп
сығыуы,этник составы,хужалығы,тотҡан дине,ерҙәре һәм һыуҙары
хаҡында мәғлүмәттәр бирелһә,икенсеһендә урман башҡорттарының
солоҡсолоҡ кәсебе тасуирлана.Этнографик мәғлүмәттәр биреү
йәһәтенән һуңғы әҫәр бигерәк тә айырылып тора.
Миңә бигерәк тә Өмөтбаевтың «Башҡорттар» тигән
этнографик яҙмаһы оҡшай.Унда мәғрифәтсе башҡортҡа өс әйберҙе
белеү фарыз;шәжәрәңде,өләңдәрҙе,йондоҙҙарға ҡарап идара
итеү.Тап ошо үҙенсәлектәр башҡортто башҡорт итә, йәшәүгә рух
өҫтәй.Шуға ла мин ошо һуҙҙәрҙе яҙыусының Йәдкәре тип ҡабул
итәп!
1/--страниц
Пожаловаться на содержимое документа