close

Вход

Забыли?

вход по аккаунту

код для вставкиСкачать
Йорт ҡоштары
1.
2.
3.
Башында тарағы,
Тәпәйендә һәнәге,
Шуны табығыҙ, йә әле.
(әтәс)
Гөбөр-гөбөр гөбөрә,
Ҡыҙыл күрһә, ҡабара.
(күркә)
Йөн йомғағым бөҙрә,
Һыу күрҙеме – йүгерә.
(өйрәк бәпкәһе)
Ҡырағай ҡоштар
1.
2.
Гөлдөр – гөлдөр, гөлдөрсөк,
Гөлкәй ҡыҙыл ситекле.
(күгәрсен)
Сысҡан, ҡуян ҡаса өркөп! –
Осоп бара күктә ...
(бөркөт)
Йорт хайуандары
1.
2.
1.
2.
Дүртәүҙер аяғы,
Ҡайсылай ҡолағы,
Таштан ҡаты тояғы.
(ҡолон)
Кеше тиһәң – кеше түгел,
Һаҡалы бар үҙенең.
(кәзә)
Ҡырағай хайуандар
Йәйен һоро, ҡышын аҡ,
Уға шулай яҡшыраҡ.
(ҡуян)
Ҡыҙыл билле ҡыҙ килде,
Ҡыланды ла юғалды.
3.
(төлкө)
Энәһе бар – тотоп булмай,
Энәһе менән тегеп булмай.
(терпе)
Еләк-емеш
1.
2.
3.
4.
5.
Түңәрәк-түңәрәк шар кеүек,
Ҡыҙыл-ҡыҙыл ҡан кеүек,
Әсе лә, татлы ла,
Йотайым тиһәң, ташлы ла.
(сейә)
Үләндәрҙә ҡыҙарып бешер,
Һабағын бөгөп, ергә төшөр.
(еләк)
Эсе ҡыҙыл, тышы ҡара,
Ышанмаһаң, ашап ҡара.
(ҡарағат)
Ҡыҙарып беште, ергә төштө.
(алма)
Лампочкаға бик оҡшаған
Татлы был емеш.
Исемен әйтһәң, һиңә лә
Сығарам өлөш!
(груша)
Йәшелсәләр
1.
2.
3.
4.
5.
Ер аҫтында алтын ҡаҙыҡ.
(кишер).
Үҙе шарҙай, эсе ҡандай,
Тәме балдай.
(ҡарбуз).
Ер аҫтында ерән ат,
Уның тиреһе ете ҡат,
Һуйырһың, тунарһың,
Тунағанда иларһың.
(һуған)
Ҡат-ҡат тунлы,
Ҡарыш буйлы.
(кәбеҫтә)
Бәләкәй генә йорт,
Эсе тулы ҡорт.
(ҡыяр)
Йыл миҙгелдәре
Ҡыш
1. Иретһәң, һыу була,
Ҡайнатһаң, быу була.
(ҡар)
2. Бабайым килә һағынып,
Аҡ толобон ябынып.
(ҡыш)
3. Үкерә лә ҡотора,
Бөтә ерҙе тултыра.
(буран)
4. Ишектән керә, түргә уҙа.
(һалҡын)
Яҙ
1. Аҡ юрғанын ташлай,
Һыртын күрһәтә башлай.
(яҙ)
2. Суҡышһыҙ турғай боҙ тишә.
(тамсы).
Йәй
1. Ем – ем итә,
Емелдәп китә.
(йәшен)
2. Күктән килде, ергә китте.
(йәйғор)
3. Барыһы ла йәшел кейемдә
(йәй)
Көҙ
1. Ҡырҙар буш ҡала,
Ямғырҙар яуа,
Ерҙәр дымлана,
Был ҡай саҡ була
(Ғ. Туҡай) (көҙ).
2. Үҙе илай, үҙе йырлай.
(көҙ)
3. Күктән килде, ергә китте.
(ямғыр).
1/--страниц
Пожаловаться на содержимое документа